«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыу торбаһы ярылыуы ахрызаман кеүек



31.05.2017 Һыу торбаһы ярылыуы ахрызаман кеүек


Дүшәмбе көндө Киев ҡалаһында эҫе һыу торбаһы ярылыуы видеояҙмаһы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы.
Был көндө Голосеев районында гидравлик һынауҙар үткәргәндәр. 800 мм диаметрлы торба сыҙамай ярылған. Һөҙөмтәлә бәреп сыҡҡан эҫе һыу асфальтты емереп, фонтан рәүешендә ете ҡатлы йорт бейеклегенә күтәрелгән. Яҡын-тирәләге автомобилдәр һәм өйҙәр асфальт киҫәктәренән, ҡайнар һыуҙан етди зыян күргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға