«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡалабыҙҙа «Рәсәй — Минең тарихым!» тарихи паркы асыла



29.05.2017 Баш ҡалабыҙҙа «Рәсәй — Минең тарихым!» тарихи паркы асыла

Баш ҡалабыҙҙа «Рәсәй — Минең тарихым!» тарихи паркы асыла
Башҡортостан баш ҡаланан һуң «Рәсәй — Минең тарихым!» ҙур дөйөм Рәсәй проекты тормошҡа ашырылған тәүге төбәк буласаҡ. Тарихи парк Рәсәй көнө алдынан Өфөлә ВДНХ-Экспо павильондарының береһендә ойошторола. Экспозиция 7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан 500 берәмек мультимедиалы техниканы үҙ эсенә аласаҡ һәм заманса технологиялар ярҙамында илдең мең йылдан ашыуыраҡ тарихын панорамалы күрһәтәсәк.

Күргәҙмәне ойоштороусылар билдәләүенсә, илдең экспозиция күрһәтеләсәк тәүге төбәге итеп Башҡортостанды һайлауҙары осраҡлы түгел. Республика етәкселеге мәғариф проекттарына ҙур иғтибар бүлә, төбәктең конгресс инфраструктураһы үҫешкән, күп милләтле һәм күп конфессиялы булып тора.

Өфөләге күргәҙмәне төп үҙенсәлеге — Рәсәйҙең һәм Башҡортостан тарихының тығыҙ үрелеп барыуы хаҡында һөйләү. Паркта башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын бәйән иткән видеопроекция коллаждары, Өфө кремленең яңы 3D реконструкцияһы, төйәктең тәбиғи байлыҡтары хаҡында мультимедиалы китап буласаҡ. Айырыуса башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығына иғтибар бүленәсәк. Төбәктең күп конфессиялы, православие һәм ислам тарихына арналған мультимедиалы саралар мөһим урын биләйәск.

Тиҙҙән Санкт-Петербург, Төмән, Волгоград, Ставрополь, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында мультимедиалы тарихи парктар асыла. Уларҙың һәр береһендә дүрт экспозиция бар. Кенәздәрҙең, яугирҙәрҙең һәм дипломаттарҙың батырлығы, көнкүреш тарихы, боронғо сауҙа юлдарының роле һәм легендар алыштарҙың мультимедиалы реконструкциялары — ошоларҙың һәммәһен дә «Рюриковичтар» экспозицияһында күрергә мөмкин. «Романовтар» экспозицияһында Ватандың һуңғы идара итеүсе династияһы власта торған 300 йыл эсендә ил кисергән ҙур батырлыҡтар һәм фажиғәле ваҡиғалар яҡтыртыла. «1914-1945: бөйөк кисерештәрҙән Бөйөк Еңеүгә» тигән өсөнсө экспозицияны ҡарағандан һуң Рәсәйҙәге революцияларҙың ысын сәбәптәрен аңларға, фажиғәле хәлдәрҙең ҡабатланыуына нисек юл ҡуймаҫҡа кеүек һорауға яуап бирергә мөмкин. «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙән алып 2017 йылға» экспозицияһында ғәжәп драматик тарихи осор яҡтыртылған. СССР ниндәй булған? Ошо бөйөк державаның тарҡалыуы нимәгә килтерҙе, уның сәбәптәре ниндәй?

Ойоштороусылар күргәҙмәне «тере» Рәсәй тарихы дәреслеге тип атай. Экспозицияларҙың материалдарын Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға