«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек»кә – класс менән!»



23.05.2017 «Йәшлек»кә – класс менән!»

«Йәшлек»кә – класс менән!»
Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбе ҡыуандырҙы беҙҙе. Гәзитебеҙҙе күпләп алдыралар, яратып уҡыйҙар. Уҡы­тыу­сылар ғына түгел, хатта уҡыусы балалар ҙа! Ә бына унынсылар 2017 йылдың тәүге яртыһында клас­тары менән «Йәшлек»кә яҙыл­ғайны. Улар­ға редакцияның бүләге тапшырылды.
– Беҙ гәзиттең килгәнен көтөп алабыҙ. Ҡыҙыҡһынып уҡып сығабыҙ. Икенсе ярты йыллыҡта ла унан айырылмаясаҡбыҙ, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе унынсыларҙың класс етәксеһе Зарема Рәхмәт ҡыҙы Әбдрәхимова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға