«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 7-9 класс



16.05.2017 "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 7-9 класс

"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 7-9 классАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Билал ауыл китапханаһында "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" исемле акция старт алғайны. Акцияның шарты буйынса уҡыусылар, класс етәксеһе менән бергәләп китапханаға килә һәм дәрестә ҡатнаша. Артабан уҡыусылар үҙҙеренең дуҫтарын, башҡа синыф уҡыусыларын китапханаға саҡырырға тейеш.

Был акцияны иғлан итеп нимәләргә ирештек һуң? Беренсенән китап уҡыусылар һаны артты. Икенсенән, уҡыусылар яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижады менән ҡыҙыҡһынды.
Бөгөн дә, китапханала барған яҡташ яҙыусылар ижадын өйрәнеү аҙналығы дауамында үткән сараға Рәшиҙә Хәйҙәрова оҙатыуында 24 уҡыусынан торған 7 - 9 класс (етәкселәре Зимфира Ғүмәрова, Дилара Әхмәтова) килде. Улар өсөн "Күк Ирәндек йырсыһы - Абдулхаҡ Игебаев" исемле китапхана дәресе үткәрелде. Уҡыусылар яҡташ яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ хаҡында тулы мәғлүмәт алды.
"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" исемле акция дауам итә. 9 класс уҡыусылары артабан кемдәрҙе китапханала күрергә теләй, кемдәр уларҙың дуҫтары, ошо көндәрҙә белербеҙ! Китапханаға килегеҙ, дуҫтар, унда һеҙҙе ҡыҙыҡлы китаптар, мауыҡтырғыс саралар көтә!
Райхана Булатова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға