«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!



11.05.2017 Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!

Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте!Уралтауҙың ҡуйынынан урғып,
Ҡиблаларға табан юл алған.
Тарихтарҙа данлы эҙҙәр ҡалған
Һаҡмар ҙа ғына тигән йылғанан.
Тормош һүнмәҫ,
Сүллек хәлен күрмәҫ,
Алҡынланып та аҡһа мең дәүер.
Таҙа һаҡмар итеп,
Кемдәр һине һаҡлар?!
Хужа була белсе, түңгәүер!
(Мәүҙиға Баймөхәмәтова)

Һыуҙың ҡәҙере йылға ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ әйтеме. Ер ҡуйынын сылтырап аҡҡан шишмә – күлдәр, йылғалар кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Беҙҙең, һәр беребеҙҙең бала саҡтары шунан башлана бит. Малайҙарҙың тәрән йылғаларҙа ат йөҙҙөрөүе, еңгәйҙәребеҙҙең кер сайҡауы, бала - сағаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҡолас ташлап бер йылға ярынан, икенсеһенә йөҙөп сығыуы, ағайҙарҙың балыҡ ҡармаҡлауы үткән заманда ғына ҡалып бара түгелме? Йылғалар тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Һәр йыл һайын экологик өмәләрҙә ҡатнашһаҡ та йылғаларыбыҙға иғтибарҙы кәметеп ебәрҙек.
Шуларҙы иҫәпкә алып Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, “Атайсал” гәзите “Таҙа Һаҡмар” акцияһы иғлан итте. Йылғабыҙҙы таҙалау, һаҡлау идеяһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған Рәсәй фәнни – ғәмәли конференцияһында яҡлау тапты.
Көнъяҡ Уралдағы тәрән һәм ҙур йылғаларҙың береһе булған Һаҡмар Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан юл ала. Йылға бик оҙон, бормалы юл үтә. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғызов етәкселегендә делегация “Таҙа Һаҡмар” операцияһында ҡатнашып, эстафетаны баймаҡтарға тапшырҙы.
Баймаҡ ҡунаҡтарын әбйәлилдәр йыр – моң менән ҡаршы алды. “Йылғаның яҙмышы тәү сиратта Һаҡмар башында йәшәүселәргә бәйле икәнен әбйәлилдәр яҡшы аңлай. Әгәр беҙ битараф ҡалып, һыу буйын сүплеккә әйләндерһәк, инеш башын таҙартып тормаһаҡ, ҙур йылғаға хәүеф янар ине”, - ти Рим Һатыбал улы.
Баймаҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов ауыл хакимиәттәре бер-береһенә тапшыра торған альбом һәм вымпел ташын ҡабул итеп, баймаҡтар үҙ сиратында һынатмаҫ, Һаҡмарыбыҙҙың таҙа, мул һыулы булыуына үҙ өлөштәрен индерер, тине. Ааҙаҡ акцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртты.
Эстафета ҡабул ителде. Беҙ, билалдар, тирә-яҡ мөхитебеҙ имен булһын, йылға – күлдәр ҡоромаһын, илебеҙ һәр саҡ гөл-баҡсаға күмелһен тигән уй – ниәттә, “Таҙа Һаҡмар” акцияһына ҡушылабыҙ. Әбйәлилдән башланып, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Ырымбур өлкәһе аша үткән Һаҡмар йылғаһының таҙалығы беҙҙең ҡулда, беребеҙ ҙә өмәләрҙән ситтә ҡалмайыҡ!

Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға