«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һис онотолмаҫ башҡорт яугиренең исеме!



11.05.2017 Һис онотолмаҫ башҡорт яугиренең исеме!

Һис онотолмаҫ башҡорт яугиренең исеме!112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлы буйлап уҙғарылған автоуҙыш 5 майҙа тамамланды

... Меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Волгоград, Ростов ҡояшы аҫтында ҡара янып, йәнә лә үҙебеҙҙең һыуыҡ яҡтарға етеп киләбеҙ. Бына “Башҡортостан республикаһы” тип яҙылған юл тамғаһы. Шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә, бар донъяны яңғыратып, “Шайморатов генерал”ды йырлай башланыҡ. Эйе, “Башҡорттар китте һуғышҡа” тип был йырҙы юл башында башҡарырға тейеш инек: ләкин бер аҙна самаһы һуҙылған сәфәр дауамында ғына һуғыштың бар афәтен, тыныслыҡтың ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ, күңел менән тойҙоҡ. Беҙҙең был йыр Шайморатовтың, яуҙа баштарын һалған дивизия һалдаттарының яҡты рухына арналған гимн булып яңғыраны...

"Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙгә инеп фотоларҙы ҡарағыҙ!
https://vk.com/album-35065816_244458884







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға