«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙылығыҙ, бүләкле булырһығыҙ!



11.05.2017 Яҙылығыҙ, бүләкле булырһығыҙ!

Яҙылығыҙ, бүләкле булырһығыҙ!Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ырыҫ ул шундай нәмә – кемгәлер даими рәүештә бәхет һәм байлыҡ килтереп тора, ә кемгәлер көтмәгәндә генә йылмая ла ҡуя. Әммә «Йәшлек»кә яҙылғандарҙың береһен дә урап үтмәй ул! Тағы ла бер тапҡыр быны иҫбат итер өсөн «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ойошторған « Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бәйгенең шарттары ябай – икенсе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек»кә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр лототрон ярҙамында һайлап алынасаҡ. Бүләккә көрөшкәләр, салат һауыттары тупланмаһы, сәйнүк әҙерләнгән. Республика баҫмаһына һәм район гәзитенә яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто тағы ла ҡиммәтерәк бүләктәр вәғәҙә итә. Тәүәккәлләгеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға