«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күк йөҙөбөҙ тыныс булһын!



08.05.2017 Күк йөҙөбөҙ тыныс булһын!

Күк йөҙөбөҙ тыныс булһын!Баймаҡ районының Һәмән ауылында Еңеү көнөнә ҡарата мәҙәни сара мәсеттә әрүәхтар рухына аят бағышлауҙан башланды. Артабан обелиск янында митинг үтте, венок һалынды. Һуғыш яланында ятып ҡалғандардар, яраларҙан вафат булғандар, ҡайтҡас ауыр яраларҙан үлгәндәр өсөн бер минут тын ҡалдыҡ. Ошо ваҡытта һәр бер кеше күңеленән генә атай - олатайҙарын, ағайҙарын барлағандыр.
Бөйөк Ватан һуғышына Һәмән ауылынан 101 кеше китә, 45-е яу яландарында ятып ҡала, 6-ы хәбәрһеҙ юғала, 50 яугир иҫән - һау ауылына әйләнеп ҡайта.
Бөгөн Баймаҡ районында бөтәһе 16 һуғыш ветераны йәшәй, шуларҙың икәүһе Һәмән ауылынан булыуына беҙ ғорурлыҡ хистәре кисерәбеҙ. Ошо көндәрҙә ветерандар Менәүәр Әминев, Әбүзәр Ишморатов ағайҙарға 90 йәш тула. Беҙ оло байрам менән бер рәттән уларҙы юбилейҙары менән дә ҡотланыҡ. Ауылда 7 тыл ветераны йәшәй. Улар, Зөһрә Әминева, Зөһрә Һибәтуллина, Мәхмүзә Асҡарова, Мәхмүзә һәм Вәлиулла Боҫҡоновтар, Дәүләтбикә Байгилдина, Шәрифйән Исхаков. Уларҙың исемен үҫеп килгән йәш быуын белһен ине, тигән теләктә ҡалды байрамда сығыш яһаусылар. Мәғариф ветераны Фирдәүес апай Ҡаһарманова, Фәриҙә апай Асҡарова, Ләйсән Әминева ҡыҙҙары менән йырлауы, Ислам Ишморатов, Люциә Дауытова һәм Миләүшә Әминева, Илгизәр Дауытов, Гөлсәсәк Әминеваларҙың бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. Байрам табынына ветерандарҙың балалары, шәхси эшҡыуарҙар, ауылымдың уңған ҡатын - ҡыҙҙары ла үҙ өлөштәрен индерҙе. Шәхси эшҡыуарҙар Әминев Радик, Булатов Радмир, Асҡарова Ғәлиә, Шәйхитдинова Рәзилә, Бигильдина Розалияларға уңыштар, бәхет - шатлыҡтар юлдаш булһын! Һуғыштың бөтә ауырлығын, уның ғазап - михнәттәрен кисергән ветерандар, иңдәренә һуғыш ауырлығын күтәргән тыл - хеҙмәт батырҙарына мәңгелек дан! Башҡа бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, күк йөҙө тыныс булһын!

Райхана Булатова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға