«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!



28.04.2017 "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!

"Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!
Бөгөн баш ҡаланың Еңеү паркында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының утлы ла, ҡанлы ла, данлы ла юлының тарихын барлап, алыҫ сәфәргә сығасаҡ ир-уҙамандарын тәбрикләү үтте.
Тантана барышында Башҡортостан делегацияһына данлыҡлы дивизияның Еңеү байрағы күсермәһе тапшырылды. Шуның менән оло сараға - "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына старт бирелде!

Әле автоуҙышсылар юлға әҙерләнә. Йәкшәмбе иртәһен көтәбеҙ!

"Бәйләнештә" селтәрендәге альбомға көн дә сәйәхәт фотоларын һаласаҡбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға