«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ҡаһармандар эҙе буйлап» ата-балалар юлынан



26.04.2017 «Ҡаһармандар эҙе буйлап» ата-балалар юлынан

«Ҡаһармандар эҙе буйлап» ата-балалар юлынанБыл аҙнала, атап әйткәндә 30 апрелдә Башҡортостан делегацияһы 112-се Башҡорт атлы дивизия эҙенән юлға сығасаҡ.
«Ҡаһармандар эҙе буйлап» тип исемләгән автосәйәхәт төркөмөнә 28 апрелдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы тапшырыласаҡ.

Тантаналы митинг баш ҡаланың Еңеү паркында үтә. Байраҡты Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең Генерал-майор М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды тапшыра.
Сарала республиканың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы, «Любизар» 1-се Башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы һәм автойөрөштә ҡатнашыусылар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы, «Юлдаш» радиоһы вәкилдәре ҡатнаша.
Башлана – көндөҙ сәғәт 3-тә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға