«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "КИА" шешлеккә әйләнгән



25.04.2017 "КИА" шешлеккә әйләнгән

"КИА" шешлеккә әйләнгәнКисә баш ҡала янында ғәҙәти булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Жилино ауылы эргәһендә М5 юлы аша үткәргестә "КИА" автомобиле һыҙаттан сығып, металл кәртәгә бәрелә. Конструкция шешлек тимере кеүек автомобилде үтәнән-үтә тишеп сыға. Бәхеткә күрә бер кем дә зыян күрмәгән.
Был урын яҡтыртылмаған булған, шулай уҡ махсус тамға ла ҡуйылмаған икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға