«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөстәм Хәмитов “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша



13.04.2017 Рөстәм Хәмитов “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша

Рөстәм Хәмитов “тура бәйләнеш”тә халыҡ менән аралаша
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙәрҙә донъя күргән үҙенең отставкаға китергә йыйыныуы тураһындағы хәбәргә ҡарата фекерен белдерҙе.

“Социаль селтәрҙәргә һирәк күҙ һалам. Мөмкинлек булғанда мәғлүмәттәрҙе уҡып барам, шул иҫәптән үҙем тураһында ла. Кисәнән алда ниңәлер отставкаға китергә тейеш булғанмын. Шул хаҡта уҡыным. Ҡайһы бер коллегаларыбыҙҙың фантазияһы бик бай, әлбиттә. Быны шаяртыу тип ҡабул иттем. Эшемде дауам итәм. Мине биш йылға һайланылар, был йәһәттән барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы”, – тип белдерҙе ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға