«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башыңды күтәр һәм селфи төш!



12.04.2017 Башыңды күтәр һәм селфи төш!

Башыңды күтәр һәм селфи төш!Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә "Подними голову" исемле күләмле флешмоб үтәсәк. Ул Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөнә бағышланған.

Унда ҡатнашыр өсөн:
- Мәскәү ваҡыты буйынса 09.07 - беҙҙеңсә сәғәт 12-се 7 минутта башты күккә күтәреп селфи фотоһы яһарға;
- #поднимиголову хэштегы менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.

09.07 - тап ошо ваҡытта Юрий Гагарин ултырған "Восток-1" йыһан карабы күккә күтәрелгән. Акция шулай уҡ "Время первых" фильмының экрандарға сығыуына бағышлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға