«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кроссворд сис тә тәкә от!



11.04.2017 Кроссворд сис тә тәкә от!

Кроссворд сис тә тәкә от!Алдан вәғәҙәләгәнсә, тиҙҙән кроссворд һәм сканворд сисеүселәр араһында хәтәр елле приз – тәкә уйнатасаҡбыҙ. Бының өсөн аҙна һайын гәзитебеҙҙә сыҡҡан башватҡысты сисеп, дөрөҫ яуап ебәрергә кәрәк.
Кроссворд-сканвордтың дөрөҫ паролен ебәргән һәр кеше Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында тура эфирҙа үткәреләсәк йәрәбәлә ҡатнашасаҡ. Күп дөрөҫ яуап ебәргән уҡыусының конкурста еңеү мөмкинлеге лә артасаҡ. Бер генә шартыбыҙ бар: конкурс­та тик “Йәшлек” гәзитенә яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.
Еңеүсегә бағыусыбыҙ – Әлшәй районының Ҡармыш ауылы фермеры Мөнир Шәймөхәмәтов затлы приз – үҙе үрсеткән тексель тоҡомло тәкә вәғәҙә итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға