«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Питер, мы с тобой"



06.04.2017 "Питер, мы с тобой"

"Питер, мы с тобой"Бөгөн киске сәғәт 6-ла Өфөлә терроризм һәм экстремизға ҡаршы теләктәшлек митингы үтә
Санкт-Петербургта ауяһыҙ террор акты һөҙөмтәһендә бер ғәйепһеҙ 14 кешенең ғүмере өҙөлдө, 50-нән ашыуы йәрәхәтләнде.
Башҡортостан халҡы ҡайғыға битараф ҡалманы. Бөгөнгө митингыла төрлө милли-мәҙәни берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәси партия ағзалары һәм дин эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы көтөлә. Митинг Салауат Юлаев майҙанында ойошторола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға