«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсүл Сәғитовтың яңы һүҙе



06.04.2017 Рәсүл Сәғитовтың яңы һүҙе

Рәсүл Сәғитовтың яңы һүҙе"Китап" нәшриәтендә билдәле журналист һәм яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика хөкүмәтенең Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсүл Сәғитовтың "Словом красен человек" тип аталған сираттағы китабы баҫылды һәм һатыуға сығарылды.
Баҫманың исеме есеменә тулыһынса тура килә - мәҡәләләрҙә лә, ҡыҫҡа хикәйәләрҙә лә нәфис һүҙгә дан йырлана, уны уңышлы ҡулланыу ысулдары һәм үҙенсәлекле өлгөләре күрһәтелә. Инеш өлөштә белдерелеүенсә, автор ижадының бер өлөшөн рус телендә алып бара, был уға һүҙҙе тағы ла тәрәнерәк тойоу мөмкинлеген бирә, китапҡа ошо эшмәкәрлеге үрнәктәре индерелгән дә инде.
Рәсүл Хәсән улын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға