«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары факсимиль баҫмала донъя күрәсәк



06.04.2017 Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары факсимиль баҫмала донъя күрәсәк

Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары факсимиль баҫмала донъя күрәсәк
Өфөлә Ғүмәр Хәйәмдең Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала сығасаҡ. 2017 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең «Ғүмәр Хәйәм һәм Рәми Ғарипов — дәүерҙәр бәйләнеше» проекты 1,8 миллион һум күләмендә грант алды.

Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге философик робағиҙары уҡыусыға яҡшы таныш. Улар 1992 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡҡайны, һуңынан бүләк форматында яңынан донъя күрҙе. Яңы баҫманың үҙенсәлеге шунда: уҡыусы башҡорт шағирының төҙәтеүҙәре һәм билдәләре булған ҡулъяҙмаһын ҡулына аласаҡ.

Баҫманың тиражы — 500 дана. Китап быйыл көҙ донъя күрергә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға