«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!



05.04.2017 Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!

Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!
Йәшлек" гәзите сираттағы репост конкурсын иғлан итә. Яҙманы лайҡылдап, дуҫтарға һөйләү ярышында 14 апрелдә үтәсәк ҙур тамаша -
"Шукшин" спектакленә саҡырыу ҡағыҙын ота алаһығыҙ.

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының Өфөлә гастролдәре башланды. Ижади труппа артистары баш ҡала тамашасыһына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 13 апрелдә "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" трагикомедияһын тәҡдим итәсәк.
14 апрелдә иһә Василий Шукшиндың «Ваня, ты как здесь?», «Миль пардон, мадам», «Микроскоп», «Верую», «Мой зять украл машину дров» әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән "Шукшин" спектаклен күрһәтеләсәк.

Ярыш шарттары элеккесә ҡала:
- "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә яҙылырға✅
- ошо яҙыуҙы дуҫтарығыҙға һөйләргә - репост яһарға ✅

Дуҫтар үҙ сиратында төркөмгә яҙылһын һәм яҙмаға репост яһаһын. Ярыш 5 апрелдән 13-нә тиклем дауам итәсәк.
Еңеүсегә бүләккә - спектаклгә ике саҡырыу ҡағыҙы! Парлашып барып, матур тамашала ял итеп ҡайтырһығыҙ. Тамаша Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

Еңеүсене "Random" программаһы ярҙамында билдәләйәсәкбеҙ. Уңыштар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға