«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хоҙай ярҙамынан ҡалдырмаҫ



05.04.2017 Хоҙай ярҙамынан ҡалдырмаҫ

Хоҙай ярҙамынан ҡалдырмаҫ
«Йәшлек» гәзитендә яман шештән дауаланғанда ниндәй үләндәр ҡулланырға кәрәклеге тураһында мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, күптәр дарыу һорап мөрәжәғәт итте. Мин, дарыуҙы үҙҙәре эшләп алһындар, тип кәңәш биргәйнем дә... Булған төнәтмәләрҙе өләшеп бөттөм. Туғанҡайҙар, йәш көйөнсә (күбегеҙ йәштәр) Алланың ошондай ҙа ҡаты һынауына килеп еткәнһегеҙ икән, уйланығыҙ, ниндәй гонаһтарығыҙ бар? Уларҙан ҡотолоу сараларын эҙләгеҙ, йәшәйешегеҙҙе, уйҙарығыҙҙы, хол­ҡоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртегеҙ. Бөтә кешене ғәфү итегеҙ, күңелегеҙҙә кире уйҙар ҡалмаһын. Мәсеткә барығыҙ, намаҙға өйрәнегеҙ, белгән доғаларығыҙҙы ҡиблаға ҡарап уҡып, тәүбәгә килегеҙ, тиҫбе менән зекерҙәр әйтегеҙ... Дарыу – ул ошоларға ҡушылған сәбәп кенә. Өтәләнеп, үҙ тойғоларығыҙҙы оҙон-оҙаҡ кешегә һөйләп, ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, беҙ бит былай ҙа әхирәткә һәр көн әҙер булырға тейеш, ә был осраҡта бигерәк тә. Минең гонаһым юҡ, тимәгеҙ, эҙләгеҙ. Улар күп ул – аборт, тәкәбберлек, башҡаларҙан үҙеңде өҫтөн ҡуйыу, үҙ-үҙеңде яратыу, ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡ, кеше һөйләү, яла яғыу, үс алыу тойғоһо, үпкәсел булыу, ярһыу, кешене һатыу, зина ҡылыу (никахһыҙ йәшәү), ата-әсәңә, туғандарыңа иғтибарһыҙлыҡ, һүгенеү, әрләшеү һ.б. Мин урламайым, тиҙәр, беҙҙең совет халҡы кеше күрмәгәндә уны ла булдырҙы (ул бит Хоҙай күргәнен белмәй). Ғөмүмән, һауығаһың килһә, дарыуҙар менән бер рәттән, бик ныҡ үҙ өҫтөңдә эшләргә, дингә ҡайтырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ҡалдырмаҫ.

Зәйтүнә КҮСӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға