«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бында ла беҙҙекеләр!



30.03.2017 Бында ла беҙҙекеләр!

Бында ла беҙҙекеләр!
“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар араһында конкурс иғлан иткәйне, ошо көндәрҙә “Супербүләк от” еңеүселәре билдәле булды. Нимәһе шатлыҡлы – бүләккә эйә булыусы 21 бәхетленең 10-ауы беҙҙең “Йәшлек” уҡыусылары.
Бүләктәр ҙә шәп – телевизорҙар, юлдаш телевидениеһы йыйылмаһы, планшеттар.
Түбәндәге исемлектә, бәлки, һеҙ ҙә барҙыр:
Икенсе урын, 81 см диагоналле телевизор – М. СӘЙЕТОВА, Баймаҡ районының Оло Басай ауылы
Өсөнсө урын, RU HD юлдаш телевидениеһы йыйылмаһы – Р. МИҺРАНОВА, Салауат районының Илтәй ауылы
Дүртенсе урын, планшет 10,1” – Фаягөл ЗӘЙНЕТДИНОВА, Мәсетле районының Һөләймән ауылы
– Йәүит СОЛТАНОВ, Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Аҡсар ауылы
– Венера АЛЛАБИРҘИНА, Ғафури районының Йөҙимән ауылы
– Фазылйән СУРИН, Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылы
Бишенсе урын, планшет 7“ – Әсмә БУЛАТОВА, Йылайыр районының Һабыр ауылы
– Г. АҪЫЛБАЕВА, Архангел районының Тәүәкәс ауылы
– Илнур ТАШБУЛАТОВ, Әбйәлил районының Хәлил ауылы
– Хәбир ШӘЙӘХМӘТОВ, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.
Ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй
2017 йылдың икенсе ярты йыллығына яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылығыҙ. “Йәшлек” тә үҙ дуҫтарын элеккесә әүҙем булырға саҡыра. Гәзитебеҙгә алты айға яҙылыу хаҡы – 810 һум 12 тин. Почтанан барып алып йөрөргә теләүселәргә – 778 һум 44 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға