«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаҙанлыҡта газ шартлаған



28.03.2017 Ҡаҙанлыҡта газ шартлаған

Ҡаҙанлыҡта газ шартлағанКисә төнгө сәғәт 11 тирәһендә Өфөнөң Менделеев урамында йылытыу ҡаҙанлығында газ шартлаған. Өс ҡаҙандың берәүһенә зыян күрһән һәм тәҙрәләр ярылған. Һөҙөмтәлә 22 йорт, ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы йылытыуҙан һүнлерелгән.
Оператив хеҙмәттәр тиҙ арала килеп, төн дауамында әйтелгән объекттарҙы йылылыҡ менән тәьмин иткән.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡаҙанлыҡ, электр станциялары машиналар залы, химия производстволары ошолай ҙур тәҙрәле итеп яһала. Ни өсөн тигәндә, шартлау-маҙар булғанда бәреү тулҡыны йәки ҡорамал өлөштәре тәҙрә аша тышҡа осоп сыға, бинаның тотоу конструкциялары емерелмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға