«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар машина йөрөтөргә өйрәнәсәк



27.03.2017 Балалар машина йөрөтөргә өйрәнәсәк

Балалар машина йөрөтөргә өйрәнәсәкСибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә уҡыусылар хәҙер "Автодело" түңәрәгендә шөғөлләнә аласаҡ. Ул «УЖКХ» МБУ-һы директоры Рәшит Малиҡов инициативаһы менән асылды. Эшҡыуар Айрат Дияров мәктәпкә "Жигули" автомобиле бүләк итте.
Был машинаның өлөштәре һүтеп ҡарауға, йүнәтергә ябай ғына. Моғайын үҫмерҙәр "копейка"ны боҙоп ултыртып ҡуймаҫ, техника ҡомарлы булып, киләсәктәрен дә шуның менән бәйләр. Водитель таныҡлығына уҡығанда ла автомобилде йөрөтөүҙә тәүҙәге белемдәр ҙә бик кәрәгәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға