«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡыл ашы



27.03.2017 Аҡыл ашы

Аҡыл ашы
"Аҡыл тосо" тигән төшөнсә беҙгә таныш. Ә бына "аҡыл ашы" тигәне сәйерерәк тойола.
Әммә өләсәһенең әсәһенән мираҫ булып ҡалған был рецепҡа юлыҡҡан 33 йәшлек Катрин Колестан (Америка), шуның буйынса бешерелгән ашты ашата башлағас, ике балаһының да яҡшыраҡ уҡый башлауын, уҡыуға ынтылыштары артыуын, зиһендәре үҫеүен әйтә. "Хатта уҡытыусылар, – ти ул, – мине мәктәпкә саҡыртып, балаларға ниндәй йоғонто яһауымды һораны. Беҙҙән күреп, "аҡыл ашы" бешерә башлаған күршеләребеҙ ҙә, ике айлап ваҡыт үтеүгә, балаларында ғына түгел, ә өлкәндәрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булыуын белдерҙе. Тимәк, был аш балаларға ғына түгел, ололарға ла файҙалы".
Был ғәжәйеп аштың серҙәре менән белгестәр ҙә ҡыҙыҡһына. "Һүҙ ҙә юҡ, уның составындағы матдәләр һәм уны әҙерләү ысулы кеше организмындағы ҡайһы бер аминокислоталарҙың эшләүен яҡшырта, мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә", – ти танылған диетолог-табип Сайман Риз.

Аш өсөн кәрәк булған ризыҡтар:
2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 250 грамм һыйыр ите, 2 ҡалаҡ мәк, 1 баш һуған, 3 картуф, 4 ҡалаҡ ҡырылған ҡабаҡ, 2 кишер, 1 лавр япрағы, 2 ҡалаҡ туралған петрушка, 3 сынаяҡ һыу, тоҙ менән борос – тәменсә.
Майҙы табала йылытығыҙ, туралған итте онда әүәләп, шул майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ, аҙаҡ итте кәстрүлгә һалығыҙ, ә табала ҡалған майҙа алтынһыу төҫкә ингәнсе һуғанды ҡыҙҙырып алып, бөтәһен дә кәстрүлгә, ит өҫтөнә һалығыҙ. Шуға һыу, картуф, кишер, ҡабаҡ, мәк, лавр япрағы, петрушка, тоҙ һәм борос өҫтәп, һүрән утта бутай-бутай теп-теүәл 90 минут бешерегеҙ. Һыуы кәмеһә, өҫтәргә була. Иң һуңынан, аш бешеп еткәндә, йәшелсәләрҙе ҡалаҡ менән иҙегеҙ. Был ашта иң мөһим нәмәләр ҡабаҡ менән мәк, ти Катрин.
Иҫкәрмә: был файҙалы ашты аҙнаға бер тапҡыр, шаршамбыла ашарға кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға