«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 1класс



24.03.2017 "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 1класс

"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 1класс
Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында барған "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" эстафетаһы беренселәр ҡулына күсте.
1 класс (етәкселәре Флүрә Яруллина) өсөн “Тәбиғәт моңо һалынған ижад”исемле дәрес үткәрелде. Уҡыусылар “Күк япраҡтар” китабы буйынса "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙә ҡатнашты.
Беренселәр үҙҙәре лә китапханаға күстәнәс менән килгән. Йыр – бейеү, нәфис һүҙ менән аралашып барған дәрес балаларға оҡшаны.
Эсафета дауам итә. Беренселәр китапханала кемдәрҙе күрергә теләй, әлегә билдәһеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға