«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Араларҙа – моң ғына...»



25.03.2017 «Араларҙа – моң ғына...»

«Араларҙа – моң ғына...»
Рәсәй Федерацияһы һәм Баш­ҡортостан Республикаһының ат­ҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың ғорурлығы, маэстро Салауат Низаметдинов – башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр­ҙең береһе. Уның «Күҙҙәремә ҡара», «Яратам, яратам», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Бу­тамағыҙ минең яҙмышымды», «Иҫ­ке өй» кеүек ижад емештәре күптәребеҙҙең «күңел дәф­тә­ре»ндә мәңгегә уйылып ҡалған. 27 март Х. Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Араларҙа – моң ғына» исемле тамашала композиторҙың ижадына бер аҙ байҡау яһала. Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсу­рина, Вәхит Хызыров, Азамат Ти­меров, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Искәндәр Ғәзи­зов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ха­нов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм башҡа танылған йырсылар башҡарыуында яратҡан йырҙарығыҙҙы ишетерһегеҙ. Кон­цертта шулай уҡ композитор­ҙың ижадташ дуҫтары, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмағандар ҡат­наша. Тама­ша­ның режиссеры – Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Халыҡ араһында ҙур танылыу яулаған Салауат Низаметди­новтың даны республикала ғына түгел, унан тыш та таралған. Хәтер йә­шәй икән, шәхес тә йәшәй тигән һүҙ. 27 мартта үтәсәк концерт-тамаша билдәле композиторҙың шәхесен һәм ижадын үҫеп килеүсе быуынға танытыусы кисә булып торор, тигән ышаныстабыҙ.
Рәхим итегеҙ!

27 март, 19.00
Х. ӘХМӘТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ
Ҙур зал







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға