«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Шторм” өсөнсөгә чемпион!



22.03.2017 “Шторм” өсөнсөгә чемпион!

“Шторм” өсөнсөгә чемпион!
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында эшләгән “Шторм” баскетбол клубы командаһы өсөнсө мәртәбәгә Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһында еңеү яуланы.
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында эшләгән “Шторм” баскетбол клубы командаһы өсөнсө мәртәбәгә Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһында еңеү яуланы.
15 марттан алып 19-на тиклем Ульяновск ҡалаһында Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһы финалы үтте.
Ярышта Башҡортостандан ике команда ҡатнашты. Суперфиналға юллама өсөн Баймаҡ ҡалаһының ҡыҙҙар уйнаған “Шторм” менән Белореттан “Металлург” үҫмерҙәр командаһы көрәште.
Тренер Ринат Муҡаевтың ҡыҙҙары “D” төркөмөнә эгәкте һәм Киров өлкәһенең «Crazy girls», «Импульс» (Удмурт Республикаһы) баскетболсыларына ҡаршы уйнаны. Белореттар иһә төркөм этабында Һарытау өлкәһе һәм удмурттар менән уйнаны.
Беҙҙекеләр төркөм этабын яҡшы һөҙөмтәлә тамамлап, бер матчта ла еңелмәне. «Шторм» «Импульс»ты 65:33, «Crazy girls»ты 77:28 иҫәбенә ҡыйратты. Белорет үҫмерҙәре Һарытауҙы 81:68, Ижевскиҙы 100:67 мәрәй нисбәте менән еңде.
Сирекфиналда Баймаҡ ҡыҙҙарына Ҡазандыҡылар ҡаршы сыҡты. Беҙҙекеләр 80:26 иҫәбе менән алдынғы булды. Ярымфиналда ла “Шторм” һынатманы, Һамар баскетболсыларын 65:35 нисбәте менән еңде.
19 марттағы финал ярыштары айырыуса ҡыҙыу үтте. Баймаҡтар Мордовия командаһын 81:64 иҫәбе менән үтеп, үҙҙәренә Суперфиналға юллама ала алды. Белорет “Металлург”ы бишенсе урынды биләне.
Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы тәрбиәләнеүселәре, “Шторм” баскетбол клубы командаһы өсөнсө мәртәбәгә Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһы юғары наградаһына – кубок һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. “Шторм” 15 апрелдә Пермь ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Суперфиналында ҡатнашасаҡ. Ҡыҙҙарға уңыш теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға