«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фидан Ғафаров - "единоросс"!



21.03.2017 Фидан Ғафаров - "единоросс"!

Фидан Ғафаров - "единоросс"!Бөгөн БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы ағзаһы булып китте. Уға билетты партияның төбәк бүлеге секретары Константин Толкачев тапшырҙы.
- Был аҙымым минә сәнғәт буйынса яңы мөмкинлектәр аса. Мин халыҡҡа мәнәиәт йорттарын яңыртыуҙа яҙам итәсәкмен, уларҙа сығыш яһаған труппаларға кәңәштәр еткерәсәкмен. Дөйөм әйткәндә, халыҡ һәм партия ағзалары менән бергә эшләрмен", - тип белдерҙе артист.
Әле республикала "Берҙәм Рәсәй"ҙең "Бәләкәй ҡалаларҙың театрҙары" исемле проекты эшен башланы. Уның маҡсаты - мәҙәниәт учреждениеларының материаль-техник базаһын яҡшыртыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға