«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы.



21.03.2017 Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы.

Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы.
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар клубта, ярыштар менән аралаштырып, бик матур йөкмәткеле концерт ҡуйҙы.
Ир-егеттәр ике командаға бүленеп, төрлө һынауҙар үтте: ауыҙ мимикаһын аңлау, ниндәйҙер һүҙҙе хәрәкәт менән аңлатыу кеүек уйындарҙа ҡатнашты. Улар бүләктәр алып, бик ҡәнәғәт таралышты.
Башҡорт халҡында “Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы” тигән әйтем бушҡа барлыҡҡа килмәгән. Бына ошондай бүләк – концертҡа яуап итеп, ир-егеттәр, 8 мартҡа бик матур тамаша әҙерләп, туташтарҙы тантанаға саҡырҙы. Көслө заттарҙың ниндәйерәк бүләк әҙерләгәнен күреп ҡалыу йәһәтенән клубҡа ҡатын-ҡыҙҙар бик тиҙ йыйылды. Клуб шығырым тулы булды. Алып барыусылар Рифат Әғзәмов һәм Ирәмәл Закиров барыһын да байрам менән тәбрикләп, концертты башланы.
Ауыл советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов, ауыл өсөн янып эшләп йөрөгән гүзәл заттарға сәскәләр бүләк итте.
Һандуғас тауышындай моңло йырсы Илсур Әғзәмовҡа ауыл активы Яңы йылда “Йыл йырсыһы” исемен биргәйне. Сәхнәгә уның сығыуы булды залда ултырыусылар дәррәү ҡул сапты. Илсурҙың тауышы күңелдәрҙе берсә елкендереп, берсә тетрәндереп ебәрҙе. Халыҡ уны сәхнәнән сығармаҫҡа тырышып, бик ихлас көслө алҡыштарға күмде. Илсурға алмашҡа йәш йырсы Ринат Ғаззалов, “Һин минең һағыштарым” йырын һуҙыуы булды , ҡарап ултырыусылар ”аһ” итте. 5-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, тауышы шундай моңло, көслө. Зилә Лираның вокал дәрестәренә йөрөгәндән һуң, үҙен нисек тоторға ла, дөрөҫ йырларға ла өйрәнгән Ринат. Әйткәндәй, уның олатаһы Илшат Ғаззалов та халыҡ йырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡара .
Рәхмәт ауылында сәсән теллеләр ҙә юҡ түгел. 23 февралдә Гөлниса Йәнсәйетова “Б” хәрефенән генә башланған һүҙҙәр менән Таймас Мансуровтың бөтә биографияһын бәйән иткәйне. Был юлы Таймас уға яуап итеп, “Т” хәрефенән генә башланған һүҙҙәр менән Гөлниса апай тураһында күргән төшөн тәҡдим итте. Көлә-көлә эс ҡатты.
Илһам Баһауетдинов, Рамаҙан Әхмәҙиев, Ирәмәл Закировтың трио йырҙары концертты йәмләне. Егеттәр үҙҙәрен иркен тотто. Уларҙың күңелле йырҙарына халыҡ сыҙамай хатта ҡушылып йырлап ултырҙы.
Инсценировкаларҙа үҙ ролен оҫта итеп башҡарған Рифат Әғзәмов иһә был тамашаның иң сағыу бер шәхесе булғандыр. Йырлай ҙа, бейей ҙә, көлдөрә лә. Бар яҡтан килгән Рифатҡа элекке йыл район кимәлендәге смотрҙан һуң бирелгән “Иң яҡшы ир-егет роле” грамотаһы юҡҡа ғына түгел икәненә тағы инандыҡ. Тамашанан барыбыҙ ҙа байрам кәйефе менән таралыштыҡ.
Был байрамдарҙы ойоштороусы, әҙерләүсе Зилә Лираға һәм хөрмәтле ир -егеттәребеҙгә Рәхмәт ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ, ижад ҡомары һис ҡасан һүрелмәһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға