«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!



20.03.2017 Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!

Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ ҙә билет отоғоҙ!
"Йәшлек" гәзите сираттағы репост конкурсын иғлан итә. Яҙманы лайҡылдап, дуҫтарға һөйләү ярышында 30 мартта үтәсәк ҙур тамаша - Флүрә Үҙәнбаеваның "Бар әле йәшәйһе" тип исемләнгән ижад кисәһенә билет отоғоҙ!
Байрамда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, автор-башҡарыусы Флүрә Үҙәнбаева үҙе һәм ижадташ дуҫтары:Юлай Үҙәнбаев, Раиль Өмөтбаев,Фәрүәз Урманшин, Венера Юлгилдина, Артур Ҡунаҡбаев, Фирүзә Аллаярова, Гөлнур Ғөбәйҙуллина, Айгөл Шаһманова, Римма Амангилдина, Әхмәт Мөхәмәтйәнов, Рәисмә Динисламова, Лев Кулушев, Эльвира Асҡарова, Лилиә Заһитова ҡатнаша.

Ярыш шарттары элеккесә ҡала:
- "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә яҙылырға✅
- ошо яҙыуҙы дуҫтарығыҙға һөйләргә - репост яһарға ✅

Дуҫтар үҙ сиратында төркөмгә яҙылһын һәм яҙмаға репост яһаһын. Ярыш бер аҙна - 20 марттан 28-нә тиклем дауам итәсәк.

Еңеүсегә бүләккә - концертҡа ике саҡырыу ҡағыҙы! Парлашып барып, матур тамашала ял итеп ҡайтырһығыҙ. Кисә Өфөлә, балалар филармонияһында (элекке РТИ) үтәсәк.

Еңеүсене "Random" программаһы ярҙамында билдәләйәсәкбеҙ. Уңыштар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға