«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ташҡын бармы-юҡмы - картанан тикшерегеҙ



20.03.2017 Ташҡын бармы-юҡмы - картанан тикшерегеҙ

Ташҡын бармы-юҡмы - картанан тикшерегеҙ
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты яҙғы ташҡын мәлендә халыҡты ҡапыл иҫкәртеү системаһын булдырҙы
Әле Өршәк йылғаһында (Булгаков ҡасабаһында), Өфөләге Дуҫлыҡ монументы һәм Мәләүез күперендә Ағиҙелдең һыу кимәлен күҙәткән постар урынлаштырылған. Ундағы ультратауыш датчиктары һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен "күреп", иҫкәртеү системаһын эшләтә.

Махсус картала һыу кимәлен тикшергән постарҙың хәлен ҡарарға мөмкин.

http://www.kseon.info/app/v3/map_open.html?Patch=smufa&Mode=ff







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға