«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 2 класс



17.03.2017 Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 2 класс

Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 2 классАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Билал ауыл китапханаһында "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" исемле акция старт алғайны. Кисә 3 класс уҡыусылары (Илүзә Әфләтүнова) эстафетаны 2 класс уҡыусыларына тапшырғайны.
Бөгөн икенсе класс уҡыусылары етәкселәре Эльмира Ғәбдрәшитова менән китапхана дәресенә килде. Уҡыусылар Зөһрә Фәйзуллинаның "Үҫеп етербеҙ әле!" китабындағы "Ғилмияза" хикәйәһе менән танышты. Ғилмиязаның тарихы минең тыуған ауылым Таһир менән бәйле. Зөһрә Фәйзуллинаның был китабына төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, хикәйәләре, пьесалары индерелгән. Яҙыусы әҫәрҙәре аша үҫеп килеүсе йәш быуында Тыуған илгә, ата-әсәгә, туғандарына, уҡытыусыларына ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Үҙ сиратында икенселәр эстафетаны 8 класс уҡыусыларына (Альбина Әминева) тапшырҙы. Китапханала көтөп ҡалабыҙ, һигеҙенселәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға