«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәншишмә” гәзите призына



17.03.2017 “Йәншишмә” гәзите призына

“Йәншишмә” гәзите призынаРеспубликабыҙҙа саңғы спортын яраталар. Бына әле Бәләбәйҙә “Йәншишмә” гәзите призына үткән ярышта ла 150-нән ашыу йәш саңғысы көс һынашты. Әйткәндәй, был уҙыштар 1977 йылдан бирле ойошторола, быйылғыһы 40-сыһы ине!
Шәхси беренселектә 2003 – 2004 йылғылар араһында малайҙарҙан Ҡалтасынан Маркел Байдуғанов еңеп сыҡһа, ҡыҙҙарҙан шул уҡ райондан Настя Айгилдина иң етеҙе ине. Ә 2005 – 2006 йылғылар араһында Өфө ҡалаһынан Марат Ғәлишин һәм Межгорьенан Виолетта Волкова чемпион булды.
Командалар араһында эстафетала ла, ике көн ярыш һөҙөмтәләре буйынса ла ҡалтасыларға етеүсе табылманы.
Еңеүселәрҙе бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғиззәтуллинға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа, “Башбланкиздат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовҡа рәхмәт әйтке килә.

М.КӨЙӘРМӘНОВ.
Илмир Ғәйнулов фотолары.
“Йәншишмә” гәзите призына







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға