«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙа



16.03.2017 Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙа

Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙаГәзитебеҙ алып барған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы тураһында Өфө халҡы видеоэкрандар аша белә ала. Махсус видео ролигы баш ҡалабыҙҙың 30 урынында урынлашҡан ҡоролмалар аша тәүлегенә 510 тапҡыр күрһәтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "Бәйләнештә"ге "Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы" йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ ("Отправить сообщение") йәки стенаһына һалығыҙ.

Һүрәттәрҙә: "Үҙәк баҙар"ҙағы видеоэкрандан күренештәр







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға