«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!"



16.03.2017 "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!"

"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" исемле акция старт алды.
Бөгөн етәкселәре Илүзә Әфләтүнова менән өсөнсө класс уҡыусылары, килде. Акцияның шарты буйынса уҡыусылар, класс етәксеһе менән бергәләп китапханаға үҙҙәре генә килеү түгел, артабан үҙҙеренең дуҫтарын, уҡыусыларҙы саҡырырға тейеш. Был эште өсөнсөләр бөгөн үк хәл итте, иртәнгелеккә китапханаға икенсе класс уҡыусыларын саҡырып та ҡуйҙы. Улар үҙ сиратында башҡаларҙы саҡырырға тейеш.

3 класс уҡыусылары яңы китаптар менән танышты, 2017 йыл - Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан шиғырҙар ятланы. Гөлнур Яҡупованың "Тылсымлы ҡәләм" исемле яңы китаптағы әкиәт менән танышып, үҙ фекерҙәрен әйтте, уй - ниәттәре менән уртаҡлашты.
Дуҫтар, китапханаға килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы ла саҡырығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға