«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» билдәләнде



15.03.2017 «Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» билдәләнде

«Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы» билдәләндеИлебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы - 2017» финалы үтте. Йыл да үткәрелгән матурлыҡ бәйгеһендә гран-прины Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенты, МФТИ магистранты Азалия Заһитова яуланы. Уға аҫылташтар менән биҙәлгән таж бирелде.

Беренсе урынды Мәскәү нескә химия технологиялары институтында уҡыусы Сөмбөл Лоҡманова алды. Ул шулай уҡ махсус номинацияны яуланы һәм "Донъя һылыуҡайы - 2017" халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Икенсе урында - Мәскәү иретмәләр һәм ҡорос институтында белем алыусы Ләйсән Зиннурова. Ул «Мисс Азия. Рәсәй 2017» конкурсында үҙ көсөн һынаясаҡ. Өсөнсөлә - Әлфинә Әхмәтова (МАИ).
Финалда Башҡортостандан йәмғеһе һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Улар барыһы ла баш ҡаланың әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарында белем ала. Һылыуҡайҙар "визитка" күрһәтте, башҡорт костюмдарында дефиле яһаны, халыҡ бейеүе менән сығыш яһаны, таланттарын асты. Баһалама комиссияһын РФ Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева етәкләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға