«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйыл тыуған беренсе балаға - 300 мең һум!



11.03.2017 Быйыл тыуған беренсе балаға - 300 мең һум!

Быйыл тыуған беренсе балаға - 300 мең һум!
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республикала демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярашлы, Башҡортостанда йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнә.

Документҡа ҡағылышлы үҙенсәлектәр хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БСТ каналына биргән интервьюһында ла һөйләне.

«Башҡортостанда йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда торлаҡ һатып алыу йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнде. Социаль түләүгә беренсе балалары тыуған ғаиләләр дәғүә итә. Йәштәрҙең икеһе лә 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уларҙың торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуы шарт. 300 мең һумды эконом-класлы торлаҡ һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға йәки төҙөлөштө тамамлауға тотонорға рөхсәт ителә. Социаль түләүҙе әсәлек капиталы менән дә берләштерергә була. Субсидия юллау өсөн урындағы район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ».

Интервьюны "Башҡортостан юлдаш телеканалы"ның сайтына инеп ҡарарға мөмкин. Һылтанмаһы:
http://tv-rb.ru/bash/novosti/s-y-s-t/bash-ortostan-bashly-y-r-st-m-kh-mitov-respublikala-demografik-kh-lde-ya-shyrtyu-buyynsa-t-m-saralar/







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға