«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эш барҙа ауыл бөтмәҫ!



06.03.2017 Эш барҙа ауыл бөтмәҫ!

Эш барҙа ауыл бөтмәҫ!
Баймаҡ районының Билал ауылында оло ҡыуаныс - ир–егеттәребеҙ һәм ҡатын–ҡыҙҙарыбыҙ эш менән тәьмин ителде. Бөгөн бында "Колибри" ЯСЙ-һының теген цехы үҙ ишектәрен асты.

Колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң Билал ауылында йәшәүселәрҙең күбеһе эшһеҙ ҡалды. Бындай күренеш илдең барлыҡ төбәктәре өсөн дә хас. Мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙең берҙән-бер юлы - инвесторҙар йәлеп итеү. Ошо йәһәттән республиканың Урал аръяғы райондарында боҙ урынынан ҡуҙғалды тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Билал ауылында "Колибри" ЯСЙ-һының теген цехы асылыуы быға асыҡ дәлил.

Цехта 50 кешегә эш урыны булдырылған. Эш ваҡыты ла уңайлы, йылы, яҡты бинала ике сменала эшләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Эштең ҡәҙерен белеп, һынатмай эшләргә генә ҡала.

Ауыл ерендә эш булыу - ярты бәхет, киләсәк бар тигәнде аңлата. Билалдағы теген цехы асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының махсус программалар бүлеге мөдире Фирғәт Садыҡов, Баймаҡ районы башлығы Илшат Ситдыҡов, район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
- Эш урындары булдырған эшҡыуарҙар Линара һәм Вадим Заһитовтарға рәхмәт белдерәбеҙ, - тине үҙенең сығышынды ауыл хакимиәте башлығы Мәжит Заманов.
Яңы эш урынына ауыл имам – хатибы фатихаһын бирҙе. Билал мәктәбе уҡытыусыларының, уҡыусыларының, ауылым таланттарының сағыу концерты байрамға йәм өҫтәне.
Райхана Булатова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға