«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » Өфөлә Бөрйән егете һәләк булды



17.12.2010 Өфөлә Бөрйән егете һәләк булды

Бөрйән районының Байназар ауылы егете Илнур Буранбаевтың фажиғәле һәләк булыуы бөтәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. 5 йәшенән генә беренсе синыфҡа уҡырға барып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курсында уҡып йөрөүсе егеттең ғүмеренең ниндәй сәбәптәр арҡаһында өҙөлөүө аңлашылып бөтмәй. Әле 17 йәше лә тулмаған Илнур башҡа курсташтары менән бергә Өфөлә, үҙе уҡып йөрөгән юғары уҡыу йортоноң ятағында йәшәгән.
Әлегә шул билдәле - 14 декабрҙә Илнур йәшәгән ятаҡ бүлмәһенә сит егеттәр (исемдәре асыҡланған) ингән. Шунан һуң Илнур Буранбаевтың нисек итеп урамға барып сығыуы билдәһеҙ. Уның телефонынан бер туған апайына: «мине күперҙең уң яғынан эҙләгеҙ» тигән мәғәнәләге смс-хәбәр килгән. Оҙаҡ ҡына эҙләгәс, Илнурҙы Өфөнөң Нижегородкалағы тимер юлы күпере аҫтында аҫылынып торған килеш тапҡандар. Туғандары әйтеүенсә, егет ныҡ туҡмалған, тәнендә күгәргән ерҙәре күп, үҙе йоҡа салбар һәм футболкаланан ғына булған. Телефоны ла кәүҙәһе янында бер-нисә өлөшкә бүленеп, туҙып ятҡан.
Илнурҙың ни өсөн декабрь айында тышҡа йоҡа ғына кейемдә сығыуын бер кем дә аңлата алмай. Сит егеттәрҙең нисек итеп студенттар йәшәгән ятаҡтың вахтаһы аша үтеүе лә аңлашылып бөтмәй. Ошо һорауҙарға яуап табыу ниәтенән Илнурҙың Бөрйәндәге туғандарына ла шылтыраттыҡ. Улар әйтеүенсә, Өфөлә үткәрелгән экспертиза Илнур үҙен-үҙе үлтергән тигән ҡарарға килгән. Һәйбәт уҡыусы, һәр яҡлап позитив егеттең үҙ-үҙенә ҡул һала алыуына уны белгән бер кем дә ышанмай. Шуға ла әле Илнурҙың ата-әсәһе уның кәүҙеһен Белорет ҡалаһына алып барып, ҡайтанан экспертиза үткәрә.
«Йәшлек» гәзите был ҡот осҡос хәлгә күҙ йомоп ҡала алмай. Юғары уҡыу йортонда һәйбәт итеп уҡып йөрөгән, быға тиклем бер ниндәй ҙә проблемаларға тарымаған ябай бер егеттең бер сәбәпһеҙ үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ышанып бөтөп булмай. Шуға ла был мәсьәләне артабан да тикшереп, асыҡлыҡтар индерәсәкбеҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Илнур Буранбаевтың фажиғәһенә битараф түгелһегеҙ һәм ниндәйҙер мәғлүмәт менән бүлешкегеҙ килә икән, беҙҙең редакцияға шылтыратығыҙ! Енәйәт ҡылынған осраҡта ғәйеплеләр үҙ язаһын алырға тейеш!


Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға