«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең конкурс – «Википедия»ла



03.03.2017 Беҙҙең конкурс – «Википедия»ла

Беҙҙең конкурс – «Википедия»ла
Гәзитебеҙ алып барған бәйге – Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс тураһында мәғлүмәтте хәҙер “Википедия”ла табырға мөмкин.
Өс йыл буйы үткәрелгән ярышта республиканың ауыл-ҡалалары мәктәп уҡыусылары, колледж-техникум студенттары ҡатнашты. Ҡайһы ваҡыт үҙҙәренең эштәрен ебәрергә теләгән егет-ҡыҙҙарҙа, кем һуң ул Булат Солтангәрәев, тигән һорау тыуа. Хәҙер улар “Википедия” ирекле онлайн энциклопедияһына инеп тә уға яуап таба аласаҡ.
“Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс” мәҡәләһендә бәйгенең ҡаҙаныштары, шарттары аңлатып яҙыл­ған, баһалама ағзаларының исем-шәрифе күрһәтелгән. Бында шулай уҡ конкурсанттарҙың эштәре, Булаттың шәхесен асҡан мәҡәләләр тупланған ситтәге сайттарға гиперһылтанмалар бар.

https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D1%83%D0%BB%D0%B0%D1%82_%D0%A1%D0%BE%D0%BB%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%B3%D3%99%D1%80%D3%99%D0%B5%D0%B2_%D0%B8%D1%81%D0%B5%D0%BC%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D3%99%D0%B3%D0%B5_%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D0%B8_%D0%BA%D0%BE%D0%BD%D0%BA%D1%83%D1%80%D1%81

Конкурс дауам итә, эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ! кин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға