«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йыһанда беренсе" акцияһы



01.03.2017 "Йыһанда беренсе" акцияһы

"Йыһанда беренсе" акцияһы
Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә "Йыһанда беренсе" акцияһы үтте.
6 мартта йыһанға осҡан беренсе ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешковаға 80 йәш тула. Ошо күркәм датаны билдәләп илебеҙҙә күп саралар үтә. Бөгөн Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә баш ҡала уҡыусылары һәм уҡытыусылары Советтар Союзы Геройы, РФ дәүләт думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары, "Берҙәм Рәсәй"ҙең Юғары советы ағзаһы Валентина Терешкова исеменә ҡотлау открыткалары яҙҙы.
Валентина Владимировна өлкән быуын өсөн өлгө ине, хәҙерге заман балалары өсөн дә уның тормошо һәм йыһан батырлығы бик фәһемле булып тора. Бөгөнгө сарала Хәрби көстәр ветераны, полковник Вячеслав Васильев һәм "Байконур" космодромы ветерандары Советы рәйесе Николай Еськов сығыш яһаны. Улар йыһанды өйрәнеү эпохаһы тураһында һөйләне һәм В.Терешкова менән осрашыу тәҫьораттары менән уртаҡлашты. Осрашыуҙа Өфөләге Гагарин үҙәге вәкиле Сергей Каменев та булып, балаларҙы республикала алып барылған ватан космонавтикаһына кадрҙар әҙерлеге тураһында һөйләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға