«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпия резервы әҙерләүселәр грант алды



16.12.2010 Олимпия резервы әҙерләүселәр грант алды

Өфөнөң биш физкультура-спорт ойошмаһы «Рәсәй олимпиясыларына булышлыҡ итеү фонды» грантына лайыҡ булды. Түбәндәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре: шорт-трек буйынса 1-се спорт мәктәбе (директоры Евгений Мельчаков) 2 500 000 һум, 15-се (Людмила Вагина) — 750 000, трамплиндан һикереү һәм саңғы ике алышы буйынса 33-сө (Ильдар Гарифуллин) — 2 500 000, биатлон буйынса республика спорт мәктәбе (Вадим Данилов) — 2 000 000, фехтование буйынса 19-сы (Лира Грушина) — 750 000 һум грант аласаҡ. Үрҙә телгә алынған фонд гранттары 2012 йылғы ХХХ Олимпиадала (Бөйөк Британияла үтәсәк), XXII ҡышҡы Олимпия (2014 йыл, Сочи) һәм ХХХI Олимпия (2016 йыл, Бразилия) уйындарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһына кандидаттар әҙерләүсе махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә бирелә. Был аҡсалар уҡыу-күнекмәләргә, спорт йыһаздары алырға, уларҙы ремонтлауға, ярыштарға йөрөүгә тотонолорға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға