«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыйыҡтан ишелгән ҡарҙан һаҡ булығыҙ!



28.02.2017 Ҡыйыҡтан ишелгән ҡарҙан һаҡ булығыҙ!

Ҡыйыҡтан ишелгән ҡарҙан һаҡ булығыҙ!Көндәр йылы тороуы һәм ҡыштың ҡарлы булыуы һөҙөмтәһендә ҡыйыҡтарҙан ҡар, боҙбармаҡтар ишелеү ҡурҡынысы бар. Өфөлә күп фатирлы йорттарҙан ҡар төшөп көн дә автомобилдәр зыян күрә (фотоларҙа).
Белоретта йәшәгән 52 йәшлек ҡатын өйөнөң ҡыйығынан төшкән ҡар аҫтында ҡалып үлгән. Ул 24-25 февралдә телефон аша шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлағас, туғандары эҙләп килгән һәм ҡар өйөмө аҫтынан табып алған.
Ошо көндәрҙә лә баш ҡаланың "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексы янында 11 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә ҡар ишелгән. Ҡыҙҙы 17-се балалар дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә алып киткәндәр.

Шәхси йорт эйәләре ҡыйыҡтарҙан ҡар-боҙҙо үҙҙәре таҙартырға тейеш. Күп фатирлы йорттарҙа был эште идарасы компания башҡарырға бурыслы. Әле хәүефле осорҙа йорттар янынан яҡын йөрөмәҫкә, машиналарҙы ҡар төшөрлөк урынға ҡуймаҫҡа кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға