«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2017 йылдың март (буранай) айына календарь



01.03.2017 2017 йылдың март (буранай) айына календарь

2017 йылдың март (буранай) айына календарь
Байрамдар
1 – Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
– Енәйәт эштәре буйынса эксперт-белгестәр көнө.
3 – Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
10 – Архивтар көнө.
12 – Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
19 – Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
21 – Халыҡ-ара ер көнө.
– Науруз байрамы.
– Бөтә донъя шиғриәт көнө.
22 – Бөтә донъя һыу көнө.
23 – Бөтә донъя метеорология көнө.
24 – Хәрби-һауа көстәре көнө.
25 – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
27 – Халыҡ-ара театр көнө.
30 – Рәғәиб кисе.
– РФ Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре көнө.

Юбилейҙар

3 – журналист, шағирә Фәниә ҒӘБИ­ҘУЛЛИНАҒА – 60 йәш (1957).
8 – БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Салауат КҮСИМОВҠА – 75 йәш (1942).
9 – композитор, Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Рим ХӘСӘНОВҠА – 70 йәш (1947).
10 – шағир, драматург, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәбир АҠБАШЕВҠА – 85 йәш (1932).
11 – микробиолог, БР Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙан­ған табибы Риза МАҒАЗОВҠА – 85 йәш (1932).
12 – яҙыусы, публицист, йәмәғәт эш­мәкәре Ғәлимйән ИБРАҺИМОВТЫҢ тыуыуына – 130 йыл (1887 – 1938).
22 – яҙыусы, тәржемәсе Хөрмәт БИК­ҠОЛОВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1927 – 1997).
25 – драматург, прозаик, балалар яҙыу­сыһы Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИНҒА – 60 йәш (1957).
27 – яҙыусы, РСФСР-ҙың матбуғат от­личнигы Рәшит САБИТОВҠА – 80 йәш (1937).
30 – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Өфө» журналының баш мөхәррире Галина ИШМӨХӘМӘТОВАҒА – 60 йәш (1957).

Иҫтәлекле көндәр

2 – «Тамыр» балалар студияһы ойошторолоуға – 25 йыл (1992).
5 – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға – 85 йыл (1932).
20 – Рәсәй Эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған көн (1919).

һынамыштар
☀ Төндә ағастарға бәҫ ҡунһа, һыуыҡ булыр.

☀ 1 мартта турғай эсерлек һыу булһа, яҙ иртә килер.

☀ 3 мартта томан төшһә, йәй буйы ямғыр яуасаҡ.

☀ Мартта томандар йыш булһа, ямғырлы йәйгә.

☀ Мартта ҡар күп яуһа, йәйге уңышҡа.

☀ 14 мартта, иҫкесә яҙ башында, аяҙ булһа, йәй ҡоро килер. Һалҡын булһа, малыңа тағы ике аҙналыҡ аҙыҡ әҙерлә.

☀ 22 мартта йылдам иретә башлаһа, һыу ташасаҡ, үлән шәп үҫәсәк.

☀ Ҡарғалар ағастарҙың иң бейек ботаҡтарына ҡунһа, ҡар яуыр.

☀ Мартта гөрләүектәр аҡһа, май башында үлән сығыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға