«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙың иҫкергән йорттарын ҡасан һүтерҙәр?



15.02.2017 Сибайҙың иҫкергән йорттарын ҡасан һүтерҙәр?

Сибайҙың иҫкергән йорттарын ҡасан һүтерҙәр?
Был харабалар Чернобылдә, Припять ҡалаһында түгел. Хальмер-Ю, Кадыкчан, Магадан ҡалалары ла төшөрөлмәгән. Был емерек йорттар Сибай ҡалаһының үҙәгендә - Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан.

Сер түгел, граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү программаһы эшләй һәм уның һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Иҫкергән йорттарҙан яңы фатирҙарға күркәндәр һөйөнөп бөтә алмай. Ләкин буш ҡалған торлаҡты нишләп һүтеп ҡуймайҙар? Уларҙың эшкинерлек нәмәләре - иҙән-түбәләре, ишектәре, электр сымдары, торбалары күптән юҡ, биналар ҡоро һөлдәгә генә тороп ҡалған. Әле Сибайҙа 15-ләп йорт шундай хәлдә. Атап әйткәндә, улар Зәки Вәлиди урамында күпләп кеше йөрөгән тротуар, юлға яҡын урынлашҡан. Харабалар емерелә-нитә ҡалып кешене баҫһа? Асарбаҡтар берәй баланы, ҡатын-ҡыҙҙы шунда һөйрәп индереп көсләһә? Ҡаланың матур урамы бик хәүефле урынға әйләнеүен күреүе аяныс.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға