«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” АКЦИЯҺЫ БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕН ЙЫЙҘЫ



13.02.2017 “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” АКЦИЯҺЫ БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕН ЙЫЙҘЫ

 “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 АҘЫМ” АКЦИЯҺЫ БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕН ЙЫЙҘЫКисә БР Яҙыусылар союзы “Рәми Ғариповҡа – 85 аҙым” акцияһына башҡорт йәштәрен йыйҙы.
Тәүҙә Яҙыусылар союзы фойеһында иҫкә алыу митингыһы үтте. Һуңынан барыһы ла мосолмандар зыяратына юл тотто. Ҡаты һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, акцияла йөҙләгән кеше – яҙыусылар, шағирҙар, Салауат районынан шағирҙың яҡташтары, студенттар, Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы уҡыусылары, яҡындары ҡатнашты. Шиғриәт һөйөүселәр кейемдәренә «Рәми Ғариповҡа – 85» значогын беркетте.

Шағирҙың ҡәбер ташы эргәһенә сәскәләр һалынды. Йыйылғандар ярымтүңәрәккә теҙелеп шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Күмәкләп киң танылған «Туған тел» шиғырын башҡарҙылар.

Иҫкә алыу сараһында оҙаҡламай шағирҙың балалары ярҙамында донъя күрәсәк, йыйынтығы баҫылыуы хаҡында әйтелде. Төҙөүсе – шағирҙың ҡыҙы Гөлнур Ғарипова, рәссам-биҙәүсе – Азамат Ғарипов.

Юбилей саралары ошо көндәрҙә Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Магнитогорскиҙа уҙа.

Беҙ һине онотмайбыҙ, Рәми ағай! Һин беҙҙең күңелдә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға