«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар: яңы конкурс – “Минең батырым”!



10.02.2017 Иғтибар: яңы конкурс – “Минең батырым”!

Ир-егеттәргә һөйөү һәм ихтирам менән

Иғтибар: яңы конкурс – “Минең батырым”!Хөрмәтле, йәмәғәт, һеҙҙең күптәрегеҙ “Йәшлек” иғлан иткән төрлө конкурста үҙен һынап ҡарағаны бар. Рәхмәт, һеҙгә! Шундай әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән беҙҙең һәр ярыш ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле үтә. Конкурсты башлап ебәрерлек байрамдар, яҡшы ваҡиғалар ҙа булып тора бит әле ул, рәхмәт төшкөрө. Бына тағы бер форсаты сыҡты – тиҙҙән 23 февраль етә. Ир-егеттәргә иҫтәлекле, ғүмерҙә лә онотолмаҫ бүләк эшләргә мөмкин. Башлайбыҙ, дуҫтар!

Ҡатын-ҡыҙҙар тормош дилбегәһен нисек кенә үҙ ҡулдарына алырға маташмаһын, ир-атһыҙ барыбер әллә ни алыҫ китә алмаясаҡ. Юҡ-юҡта ирҙең көслө иңе лә, ҡулы ла, кәңәше лә кәрәк. Дәртле, егәрле, ныҡыш бит ул беҙҙең ҡусты-ағайҙар, атай-олатайҙар, еҙнәләр һәм кейәүҙәр. Бер һүҙ менән әйткәндә – батырҙар.
Ҡыҫҡаһы, яңы конкурсыбыҙ “Минең батырым” тип атала. Ул – фотоконкурс. Шарттары һәр ваҡыттағыса ябай һәм еңел: ғаиләгеҙҙәге көслө затты эш-шөғөлө мәлендә фотоға төшөрәһегеҙ йә булған шундай фотоһын беҙгә ебәрәһегеҙ. Өҫтәп, һеҙҙең өсөн был кеше ниндәй батыр, ниндәй шәп икәнен дә яҙырға (5 – 10 һөйләм менән) онотмағыҙ. Үҙенсәлекле фотоларҙы ошо фотоальбомға һалығыҙ, көтөп ҡалабыҙ.
https://vk.com/album-35065816_241868047
Яҙманы репост яһағыҙ, дуҫтарығыҙҙы саҡырығыҙ. Фотоларҙы баһалағанда нисә дуҫығыҙ беҙҙең төркөмдә торғаны ла тикшереләсәк.

Конкурс эштәре 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар, батырҙарығыҙҙы барлағыҙ!
https://vk.com/album-35065816_241868047







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға