«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ”Шиғри юлдар һиңә, һөйөүөм...”



02.02.2017 ”Шиғри юлдар һиңә, һөйөүөм...”

”Шиғри юлдар һиңә, һөйөүөм...”Мөхәббәт – ул барлыҡ кешелекте йәшәткән йөрәк тойғоһо. Ер йөҙөнөң барлыҡ батырлыҡтары һәм матурлыҡтары ошо хис хаҡына эшләнгән: илдәр яуланған, баҡсалар һалынған, йырҙар яҙылған, балалар тыуған... Кемдер йөрәгендә яралған һөйөүҙе сер итеп тоторға тырыша, кемдер янған уттай дөрләп, осҡан ҡоштарҙай ҡанатланып, сәскә атҡан гөлдәрҙәй балҡып күңелен аса. Йөрәктәге тойғоларҙы аса белеү ҙә үҙе бер сәнғәт өлгөһөлөр ул. Сөнки изгеләрҙән изге тип һанаған яратыу, һөйөү хисен аңлата алырлыҡ һүҙҙәрҙе табыр өсөн сәсән дә, шағир ҙа, былбыл да булыу кәрәк.
14 февраль – Бөтә донъя ғашиҡтар көнөнә ҡарата “Йәшлек” гәзите шиғри бәйге иғлан итә. Тормош иптәшегеҙгә, дуҫлашып йөрөгән йәрегеҙгә мөхәббәт тойғоларын белдергән үҙенсәлекле хат көтәбеҙ һеҙҙән. Еңеүсене редакциябыҙҙан иҫтәлекле бүләк көтә!

Бәйгелә ҡатнашыр өсөн:
- "Бәйләшентә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙөң ошо битенә инергә:
https://vk.com/topic-35065816_34743114
- шиғырҙы яҙырға кәрәк. Исем-фамилия, ҡайҙан икәнде күрһәтергә онотмағыҙ. Теләк булһа кемгә шиғырҙы арналған шуның фотоһүрәтен һалығыҙ.
- *yeshlek_gazite ("ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК") төркөмөнә яҙылырға, ошо яҙманы дуҫтарығыҙға таратырға - репост яһарға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға