«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер йыл да үтеп киткән...



26.01.2017 Бер йыл да үтеп киткән...

Бер йыл да үтеп киткән...2016 йылдың 26 ғинуарында Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова мәрхүм булғайны.
Сәскә атып килгән артистың, ике бәләкәй бала әсәһенең ваҡытһыҙ үлеме уның ижадын һөйөүселәр, шулай уҡ уның «Туган яҡ», «Янғыз миләш», «Әйтелмәгән мөхәббәтем» йырҙарын ишеткән һәр кем өсөн ауыр ҡайғыға әйләнде.

Йырсыны иҫкә алып ике республикала ла хәтер саралары уҙасаҡ. Киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуында йырсының «Fүмер буйы көткән бәхетем» йырына яңы клип күрһәтелә.
«Туган тел» телеканалында (Башҡортостан) киске сәғәт 9-ҙа Вәсилә Фәттахованың 2013 йылдың апрелендә Өфөләге һуңғы яңғыҙ концерты яҙмаһы эфирға сыға.
TMTV Татарстандың музыкаль каналында Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 5-тә йырсының иҫтәлегенә «Язлар саен» хәйриә концерты күрһәтелә. Уны интернет аша www. tmtv-online.ru сайтында ҡарарға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға