«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланы



24.01.2017 Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланы

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланыТөҙөкләндереү эштәре «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында башҡарылды.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, капиталь ремонтҡа тиклем клуб емерек хәлдә булған. Бинаның тәҙрә рамдары серек, түбәһенән һыу үтеп йонсотҡан. Хәҙер мәҙәниәт йортон танырлыҡ та түгел. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, яңы аппаратура, йыһаздар һатып алынған. Төҙөкләндереү эштәренә республика хөкүмәте һәм район хакимиәтенән ҙур күләмдә аҡса йүнәлтелгән. Бинаның ҡыйығы яңыртылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған.
Клубты асыуҙа үҙешмәкәр артистар сәхнәлә осоп тигәндәй бейене лә, йырланы ла. Халыҡ уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Ғәлиәхмәттәрҙең шатлығын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ла уртаҡлашты.
Мәҙәниәт йорто янында балалар өсөн уйын майҙансығы, хоккей коробкаһы ла төҙөлә. Киләсәктә район хакимиәте етәкселеге ауылға йәштәрҙе ылыҡтырыу маҡсатында клубты бильярд, өҫтәл теннисы менән йыһазландырырға ла ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға