«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙға - тик уңыштар!



17.01.2017 Яҡташыбыҙға - тик уңыштар!

Яҡташыбыҙға - тик уңыштар!Өфөлә "Хоккей йондоҙҙары аҙналығы" дауам итә. Бөгөндән алып 19-на тиклем Ice Sledge Hockey Continental Cup турниры үтәсәк. Рәсәй, Италия, Чехия һәм Ҡытай спортсылары следж-хоккей буйынса Халыҡ-ара континенталь кубок өсөн көс һынашасаҡ.
Ярышта илебеҙҙе Мәскәү өлкәһенең "Феникс" клубы күрһәтәсәк. Әйткәндәй унда яҡтабашыбыҙ - Саҡмағош ауылында тыуып үҫкән Рөстәм Нәбиев бар. Ул 2015 йылдың йәйендә Омск ҡалаһындағы казарма емерелеүҙә зыян күреп, аяҡтарынан яҙған.

Бөгөн "Өфө-Арена" боҙонда «ISH Team of China» (Ҡытай) һәм «SHC Sparta Praha» (Чехия), "Феникс" (Рәсәй) һәм «South Tirol Eagles» (Италия) көс һынашасаҡ. Бер әйләнешле турнир һөҙөмтәһендә 3-4 һәм 1-2 урындар өсөн 19 ғинуарҙа уйнаясаҡ командалар билдәләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға